Уҙған тәүлектә республика биләмәләрендә гектар ярым ерҙә 3 урман янғыны теркәлгән

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, Белорет һәм Учалы райондарында дөйөм майҙаны ярты гектар ерҙә янғын сығанағы һүндерелгән.

Күгәрсен һәм Йылайыр райондарында утты һүндереү дауам итә. Ведомствонан белдереүҙәренсә, янғын ауыл биләмәләренә ҡурҡыныс янамай. Алдараҡ хәбәр ителеүенсә, бөгөн Баймаҡ һәм Хәйбулла райондарында юғары класлы янғын хәүефе күҙаллана.

Фото №1 - Уҙған тәүлектә республика биләмәләрендә гектар ярым ерҙә 3 урман янғыны теркәлгән

Гөлдәриә Йосопова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ