Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында «Заманса башҡорт операһы лабораторияһы» проектының финалы үтте. Былтыр иғлан ителгән конкурста Өфө, Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалалары композиторҙары ҡатнашты.
Заманса башҡорт операһының финалында барлығы 30-лап композиция сәхнәләштерелде. Либретто ижад итеүселәр араһында һәләтле сәхнә оҫталарынан тыш, яңы ғына ижад юлына баҫҡан конкурсанттар ҙа булды.
Дәүләт телдәрен һаҡлауға йүнәлтелгән мәҙәни проект Башҡортостан башлығы грантына ғәмәлгә ашырылды һәм бай программалы тамаша менән тамамланды.
Флорида Ким




