Мәҙәни байрам Һамар губернаһының 170 һәм өлкәлә Башҡорт ҡоролтайы барлыҡҡа килеүҙең 25 йыллығына арналды.
Осрашыу Ташбулат ауылында башланды. Был ауылдан билдәле тарихи шәхестәр: Ғөбәй Дәүләтшин, Ғәббәс Дәүләтшин, Хәмзә Дәүләтшин һәм Ғөбәй Дәүләтшиндың йәмәғәте, яҙыусы Һәҙиә Дәүләтшина сыҡҡан. Ауылды данлаған йәмәғәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренә арналған стела асылды.
Тантанала Башҡортостан делегацияһы ҡатнашты. Йыйындың төп майҙанында Һамар өлкәһенең башҡорт ауылдарының тирмәләре ҡуйылды. Шәжәрәләр күргәҙмәһе ойошторолдо, милли ярыштар үтте, сарман әҙерләү кеүек Ырғыҙ-Кәмәлек башҡорттарының боронғо кәсептәре күрһәтелде.
Байрам сараларынан тыш, йыйында Һамар башҡорттарының мәҙәниәтен һәм тарихын һаҡлауға арналған түңәрәк өҫтәл ойошторолдо.




