Ейәнсура районының Байдәүләт ауылында яңы иман йорто асылды

Республикала гөрләп уҙған һабантуйҙар менән бергә үткән ял көндәрен мәсет асыу тантанаһы ла биҙәне. Ейәнсура районы Байдәүләт ауылы халҡы иман йортон яңыртты һәм нәҫел-нәсәбен туплап, шәжәрә байрамы ойошторҙо.

Иман йортон төҙөү, мәсет туйлауҙарҙы хәҙер яңылыҡ тип әйтеп булмай, республикабыҙҙа һуңғы йылдарҙа бик күп ғибәҙәтханалар сафҡа инде. Әммә, ерле халыҡ, ғөмүмән, бөтә диндәштәребеҙ өсөн ул һәр ваҡыт ҡыуаныслы ваҡиға.

Элекке мәсет бинаһы иҫкергәс, ауыл халҡы уның нигеҙендә яңы иман йорто төҙөргә ҡарар итә. Ҡайҙандыр ситтән ярҙам көтөп ятмай улар, һәр кем хәленән килгәнсә үҙ өлөшөн индерә, тырышлығын һала.

Ир-егеттәр өмәгә сыҡҡан саҡта, ҡатын-ҡыҙҙар ҡаҙан аҫып ашарға бешерә. Хатта, мәҙәни сараларҙан ингән килемде лә ауылдаштар изге эшкә күсереп бара. Шулай күмәк көс менән, өсөнсө йыл тигәндә, ошо гүзәл йорт әҙер була.

Сығыш яһаусылар, дин әһелдәре мәсеткә, ауылға яҡты киләсәк теләне. Иман йортоноң булыуы ғорурлыҡ, биҙәк кенә түгел, яуаплылыҡ та, сөнки, ошо көндән беҙ йома вәғәздәрен тыңлап, үҙебеҙҙе һәр саҡ тикшереп торорға, яманлыҡтан тыйылырға, яҡшылығыбыҙҙы арттырырға тейешлебеҙ,-тип билдәләй улар.

Ауылдаштар, ҡунаҡтар буш ҡул килмәгән. Быныһы ла изге бер йола: шул бүләкләшеү аша ҡәрҙәшлек тойғоһо нығый, игелекле һүҙ менән илгә ҡот- бәрәкәт ҡайта.

Тәҡбир әйтеп мәсет асылғас һәм мәсеттә тәүге намаҙ уҡылғандан һуң байрам ауыл аръяғындағы аҡланда дауам итте.

Үҫәргән батыры Бишәй бей нигеҙ һалған Ейәнсура районы Байдәүләт ауылынан таралған тоҡомдар әле донъяның төрлө тарафтарында йәшәһәләр ҙә, хозур тәбиғәтле атайсалын онотмай, һағынып ҡайтып торалар.

Аҡланда нәҫел тирмәләре ҡоролған, һәр ҡорҙа мул итеп аш-һыу әҙерләнгән. Төп нигеҙҙе һаҡлаусы киң күңелле хужалар ихлас ҡунаҡ ҡаршылай.

Туғандар берҙәм, татыу булғас, бәләкәй ауылдың байрамы ла район һабантуйылай оло күренде: уйын-көлкө, сәмле ярыштар, йыр-бейеүҙәр эңер төшкәнсе дауам итте.

Байдәүләт – айыҡ ауыл, байрамдары ла, әлбиттә, иҫерткес эсемлектәрһеҙ үтә.

Йәштәр ауылда яңы йорттар һала, тырышып донъя көтә, ололар изге эштәргә фатиха биреп, йүнәлеш күрһәтеп тора. Яҡшылыҡҡа сәмләндергән ошондай шатлыҡтарыбыҙ күп һәм уртаҡ булһын.

Фото №1 - Ейәнсура районының Байдәүләт ауылында яңы иман йорто асылды

Илнур Йомағолов

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ