Башҡортостан Башлығы Өфөлә Совет майҙанында “Һуғыштың утлы рәсемдәре” акцияһында ҡатнашты

Фото №1 - Башҡортостан Башлығы  Өфөлә Совет майҙанында “Һуғыштың утлы рәсемдәре” акцияһында ҡатнашты

1 мең 418 шәмдән генерал-майор, Рәсәй Геройы, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры Миңлеғәли Шайморатов портреты төшөрөлдө. “Һуғыштың утлы рәсемдәре” акцияһы Рәсәйҙең күп ҡалаларында ойошторолдо. Һәр береһендә үҙ геройҙары һүрәттәре эшләнде.

Радий Хәбиров һәм акцияла ҡатнашыусылар һуғышта һәләк булғандар иҫтәлегенә сәскә һалды һәм бер минутлыҡ тынлыҡ иғлан ителде.

Башҡортостан Башлығы Өфөлә Совет майҙанында “Һуғыштың утлы рәсемдәре” акцияһында ҡатнашты

Радий Хәбиров әйтеүенсә, киләһе йылда Еңеү көнөнә майҙанда Миңлеғәли Шайморатовҡа һәйкәл барлыҡҡа килә. Совет майҙанында кадетттар һәм курсанттарҙың тоғролоҡҡа ант биреү тантанаһы ойошторола.

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ