Өфөлә Еңеү паркында “Хәтер шәме” акцияһы уҙҙы

Фото №1 - Өфөлә Еңеү паркында “Хәтер шәме” акцияһы уҙҙы

Бөгөн таңғы дүрттә Мәңгелек ут янында Бөйөк Ватан һуғышы башланыуға 80 йыл тулыуға бәйле иҫтәлекле сара үтте. Унда ҡатнашыусылар һуғышта һәләк булған яугирҙар хәтеренә шәм ҡабыҙҙы. “Хәтер шәме” акцияһы онлайн да ойошторола. Деньпамяти.рф сайтына инеп бер һумлыҡ виртуаль шәм ҡабыҙырға була. Бөтә йыйылған аҡса Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына медицина ярҙамы күрһәтеүгә йүнәлтелә.

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ