Йоғошло сир таралыуҙы сикләү маҡсатында шундай ҡарар ҡабул ителгән. “Ҙур сығарылыш кисәһе” байрамы 26 июндә “Ҡашҡаҙан” паркында үтергә тейеш ине. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республикала сығарылыш кисәләрен ойошторорға рөхсәт итте. Байрам саралары мәктәптәрҙә бөтә санитар талаптарҙы үтәп уҙғарылырға тейеш.






