Премьер-министр Андрей Назаров үткәргән ултырышта ауыл хужалығын үҫтереү буйынса дәүләт программаһына үҙгәреш ҡаралды. Аҙыҡ-түлек баҙарында хаҡты көйләү өсөн икмәк бешереүселәргә дәүләт яғынан ярҙам күрһәтергә ҡарар ителгән. Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығына 50-нән ашыу заявка килгән. Ултырышта хужалыҡтарға сығымдарының бер өлөшөн ҡаплау өсөн ярҙам итергә ҡушылды.






