Өфөлә 590 меңдән ашыу кешегә коронавирустан прививка яһатыу бурысы ҡуйыла

Фото №1 - Өфөлә 590 меңдән ашыу кешегә коронавирустан прививка яһатыу бурысы ҡуйыла

Күмәк иммунитет булһын өсөн халыҡтың 60 проценты вакцина эштәләтергә тейеш. Баш ҡала хакимиәтендә оператив кәңәшмәлә прививка эшләтеү һөҙөмтәләре менән таныштырҙылар. Әле Өфөлә 117 меңгә яҡын кеше коронавирустан вакцинаның ике компонентын да алған. Аҙаҡҡы көндәрҙә прививка яһатыусылар һаны артыуы күҙәтелә. Ҡалала сауҙа үҙәктәрендә вакциналау буйынса мобиль пункттар күбәйтелде. Бөгөн “Үҙәк баҙар” сауҙа комплексында асыла. Ул көндөҙгө берҙән киске 8-гә тиклем халыҡты ҡабул итә. Бынан тыш, мобиль пункттар “Ҡунаҡһарай”, “Простор”, “Мега”, “Планета”, “Башҡортостан” сауҙа үҙәктәрендә эшләй. Бында теләгән һәр кем прививка яһата ала. Паспорт һәм медицина полисы кәрәк.

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ