Тантана ошо минуттарҙа башланып тора. Абрар Хаҡ улы популяр йырҙар авторы. “Ул республиканың йыр сәнғәте үҫешенә тос өлөш индергән шәхестәрҙең береһе”, - ти ғалим, музыка белгесе Гөлназ Ғәлина.
Абрар Ғабдрахманов ижад иткән йырҙар беҙҙең радионың алтын фондында һаҡлана. Әйткәндәй, композитор үҙе лә радиола эшләп киткән, мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре ижадына арналған тапшырыуҙар әҙерләгән.




