Ҡайһы берәүҙәр сиратта ултырыуы, әммә прививка алмай ҡайтып китеүе тураһында хәбәр итә. Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Ирина Кононова мәсьәләгә аңлатма бирҙе. Уның һүҙҙәренсә, препараттар “Башфармация”ла туңдырылған килеш һаҡлана. Уларҙы иретеү өсөн кәм тигәндә бер сәғәт ваҡыт кәрәк. Ведомство урынбаҫары вакциналауға алдан яҙылырға кәңәш итә. “Республика табиптары бөтәһенә лә прививка яһарға әҙер”, - тип белдерә Ирина Кононова.






