Бөгөн төндә Миловка ауылында янғын булған. Ҡотҡарыусылар килеп еткәнсе, кешеләр өйҙән үҙ аллы сыҡҡан. Утта 29 йәшлек егет зыян күргән, ул һөрөмгә ағыуланған һәм дауаханаға оҙатылған. Бөгөн Башҡортостанда юғары янғын хәүефе һаҡлана. Белгестәр усаҡ яҡмаҫҡа, балаларҙы яңғыҙ ҡалдырмаҫҡа кәңәш итә. Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә Берҙәм ҡотҡарыу хеҙмәтенә шылтыратырға кәрәк. Бәйләнеш телефоны: 112.




