Халыҡты социаль яҡлау үҙәгенән белдереүҙәренсә, бында “декрет” аҡсалары, 1 йәш ярымға тиклем бала тәрбиәләү буйынса айлыҡ түләүҙәр, нурланыш алған кешеләргә бирелгән пособиелар инә. Ай аҙағына тиклем ошондай социаль түләүҙәр алыусыларға банкта иҫәп асырға һәм уны “Мир” картаһына беркетергә кәрәк. Социаль түләүҙәрҙе ойоштороу буйынса бүлек етәксеһе Гөлназ Фәйзуллина.
Пособиены почта бүлексәһендә алыусыларға был үҙгәрештәр ҡағылмай.






