Күсмә прививка кабинеты “Үҙәк” сауҙа комплексында урынлашҡан. Прививка пункттарының тулы исемлеген “Яндекс” картала табырға була. Вакцина алыуға “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы, “Табипҡа” мобиль ҡушытмаһы, “Башҡортостан докторҙары” порталы аша һәм йәшәгән урын буйынса поликлиника регистратураһында яҙылырға мөмкин. Берҙәм шылтыратыуҙар үҙәгенең телефоны: 122. Аҙна-ун көн эсендә республикаға 35 мең дана вакцина килтереү планлаштырылған.





