Өфөлә һыу ҡорбаны бар.Был турала граждандарҙы яҡлау идаралығынан белдерҙеләр. Трамплин районы тирәһендә Ҡариҙелдә 5 малай һыу ингән. Улар уң яҡ ярҙан һул яҡҡа йөҙөп сығырға була. Йылға уртаһында бер үҫмер бата башлай, дуҫтары уға ярҙам итә алмай. Бала һәләк була. “Һыу буйында хәүефлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә кәрәк”, - ти Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров. Таныш булмаған урында йөҙөү бәләгә килтереүе ихтимал, ти ул.
Башҡортостанда йыл башынан 15 кеше, шул иҫәптән 4 бала батып үлгән.




