Һынауҙы – 100-гә. Өфөнөң 153-сө лицейы уҡыусыһы Матвей Лузанин математиканан Берҙәм дәүләт имтиханын юғары балға тапшырған. Ул үҙ класы, мәктәбе, ҡалаһы һәм республиканың геройы булды, ти үҫмерҙең таныштары. Матвей физика-математиканан ойошторолған Бөтә Рәсәй олимпиадаһының төбәк этабы еңеүсеһе. Былтыр Башҡортостан башлығы стипендиаты булған.




