Башҡортостанда коронавирустан вафат булыусылар бар

Фото №1 - Башҡортостанда коронавирустан вафат булыусылар бар

Үткән тәүлектә 2 кешенең ғүмере өҙөлгән, тип хәбәр итәләр Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан. Вирус йоҡтороусылар исемлегенә 115 кеше өҫтәлгән. Пандемия башланғандан алып, республикала 40 мең 306 кеше “Ковид-19” менән зарарланған. 1 мең 400-ҙән ашыу сирле амбулатор шарттарҙа дауалана. Стационарҙа 225 пациент ята. Уларҙың 32-һе ауыр хәлдә, 2 кеше үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған.

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ