Хөкүмәттә үткән ултырышта ауыл хужалығы буйынса дәүләт программаһына үҙгәреш ҡаралды. Премьер-министр Андрей Назаров юғары уңыш булһын өсөн баҫыуҙарҙы яһалма һуғарыу эшен киңерәк ҡулланыу кәрәклеген белдерҙе. Ҡоролоҡ мәсьәләһе айырыуса республиканың көньяҡ-көнсығыш райондары өсөн көнүҙәк. Киләһе йылдан Баймаҡта яңы инвестиция проекты – яһалма һыу һиптереү ҡоролмаларын урынлаштырыу башлана. Аҙаҡ ошондай уҡ проект Әбйәлил һәм Хәйбулла райондарында тормошҡа ашырыла. Бының өсөн инвестор 4 миллиард һум йәлеп итергә ниәтләй. “Баймаҡта башта 2 мең ярым гектарҙа баҫыуҙарҙы һуғарыу планлаштырыла. Артабан мелиорация үткәреләсәк майҙандарҙы арттырырға ниәтләйбеҙ”, - ти Баймаҡ районы баш агрономы Нәжип Хәсәнов.
Инвестиция проекты буйынса, 2030 йылға тиклем 10 мең гектар баҫыуҙарҙы яһалма һуғарыу булырға тейеш.




