Республикала йорт һәм биләмәләрҙе төҙөкләндереүгә ҙур иғтибар бирелә

Фото №1 - Республикала йорт һәм биләмәләрҙе төҙөкләндереүгә ҙур иғтибар бирелә

Башҡортостанда "Подъездарҙы комплекслы ремонтлау”, “Башҡорт ихаталары” һәм “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” программалары тормошҡа ашырыла. “Коронавирусҡа бәйле эш күләме кәметелде. Әммә һөҙөмтәләр бар. Быйыл 48 йортта 120 подъезд ремонтланды”, - тип яҙған Радий Хәбиров. 2021 йылда 112 күп фатирлы йортта 300-ҙән ашыу подъезд яңыртыла. “Программаны тормошҡа ашырғанда урындағы предприятиеларҙа етештерелгән материал ҡулланыла”, - тип билдәләгән республика башлығы. “Кешеләр фатирҙарынан төҙөкләндерелгән ишек алдына, унан уңайлы ихатаға сыҡһын, ғаиләһе менән матур паркта ял итһен. Ниәтләгән эштәр тормошҡа аша”, - тигән Радий Хәбиров.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ