Миңлеғәле Шайморатовҡа шәмдәр ярҙамында һәйкәл ҡуйылды

Бөгөн Рәсәйҙә Хәтер һәм ҡайғы уртаҡлашыу көнө. Тап 80 йыл элек кешелек тарихында иң ҡурҡыныс һуғыш башлана. Ҡан ҡойошло алышта Советтар Союзы 27 миллионлап кешеһен юғалта.

Уҙған төндә Өфөнөң Совет майҙанында Бөйөк Ватан һуғышының һәр көнөн сағылдырған 1 418 шәм ҡабыҙылды. Был урын осраҡлы ғына һайланмаған. Сөнки Ватанды һаҡлаусы яҡташтарыбыҙ яуға ошо майҙандан юллана. Әле баш ҡала үҙәгендәге урында төҙөкләндереү эштәре бара.

Унда Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл ҡуйыла һәм Ватан һаҡсылары мемориалы ҡорола. Сарала ҡатнашыусылар яуҙа башын һалған һалдаттарҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алды. Республика башлығы Радий Хәбиров, Хәтер һәм ҡайғы көнөндә Еңеүҙе яҡынайтыуға үҙ өлөшөн индергән тыл хеҙмәткәрҙәрен дә хәтергә төшөрөү мөһимлеген билдәләне.

Фото №1 - Миңлеғәле Шайморатовҡа шәмдәр ярҙамында һәйкәл ҡуйылды

Илдар Байбулатов

Волна
Акции БСТ