Өфөнөң Черниковка биҫтәһендәге Курочкин тауында экологик өмә ойошторолдо. Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты ағзалары менән Өфө моторҙар эшләү берекмәһе хеҙмәткәрҙәре бергәләп ташландыҡ зыярат биләмәһен таҙартты, һәйкәлгә сәскәләр һалды.
Бөйөк Ватан һуғышы осоронда бында ҡыҙылармеецтар һәм Рыбинск ҡалаһынан эвакуацияланған завод эшселәре ерләнгән. Уларҙың исемлеге әлегәсә билдәһеҙ.
Һуңғы биш йылда туғандар ҡәберлегендә экологик өмәләр даими үткәрелә, йәмәғәтселәр изге урындың онотолмаясағына ышана. Бөгөн улар мәрхүмдәрҙе бер минутҡа тын ҡалып иҫкә алды.
Азат Ғәлиуллин






