Учалыла афғансылар скверын төҙөкләндереүгә 26 миллион, шул иҫәптән федераль бюджеттан 24 миллион һум йүнәлтелгән.
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Учалыға эш сәфәре барышында Афған һуғышында һәм башҡа локаль бәрелештәрҙә һәләк булған яҡташтарҙың иҫтәлегенә бағышланған йәмәғәт биләмәһен ҡараны. Ул «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» федераль программаһы сиктәрендә тәртипкә килтерелгән.
Ҡала үҙәгендә урын алған һәйкәлдең постаменты ике һалдатты кәүҙәләндерә. Урындағы халыҡ өсөн был биләмә айырым әһәмиәткә эйә. Сөнки Учалы районынан ҡыҙыу нөктәләргә 700-гә яҡын кеше юлланған. Афған һуғышы аша төбәктең 295 кешеһе үткән.
Ҡала халҡы яратҡан аллеяла ял урындары барлыҡҡа килгән, яҡтыртыу ҡоролмары ҡуйылған. Тротуарҙарға Учалы граниты түшәлгән, заманса ҡоймалар, ҡыуаҡ-ағастар ултыртылған. Ошонда уҡ Радий Хәбиров скверға килеүселәр менән аралашты. Халыҡ социаль ярҙам саралары, вакцинация һәм башҡа ҡыҙыҡһындырған һорауҙар буйынса яуаптар алды.
Илдар Байбулатов




