Бөгөндән алып Башҡортостанда вакцинация тураһында сертификатһыҙ музей, кинотеатр, китапхана һәм концерт залдарына инергә ярамай. Киләһе аҙнанан ҡағиҙәләр тағы ла ҡәтғиләшәсәк. Сикләүҙәргә ойошма хеҙмәткәрҙәре нисек ҡарай, халыҡ бындай талапҡа әҙерме? БЮТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова яҙмаһында.
Битлек һәм бирсәткәнән тыш, үҙең менән вакцинация тураһында белешмә йөрөтөү ҙә мотлаҡ атрибутҡа әйләнә. Мәскәү туристары Михаил Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейына инә алманы. Сәбәп – коронавирусҡа ҡаршы вакцина йәки башҡа төрлө белешмәнең булмауы. Музей хеҙмәткәрәҙәре, мәкерле сир ҡоторған осорҙа прививка яһатыу үҙеңде генә түгел, яҡындарыңды ла һаҡлаясаҡ тигән фекерҙә.
Үткән аҙнала республика етәксеһе Радий Хәбиров юғары әҙерлек режимы тураһындағы указға үҙгәрештәр индергәйне. Документтың яңы редакцияһына ярашлы, 22 июндән бина эсендә физкультура һәм спорт сараларын үткәреү, мәҙәниәт йорттары, кинотеатр, музей, күргәҙмә залдарына махсус сертификатһыҙ инеү мөмкин түгел. Йәғни, прививка эшләргә ярамау һәм лаборатор тикшереүҙәр һөҙөмтәләре хаҡында белешмә күрһәтеү мотлаҡ.
29 июндән был талап туҡланыу өлкәһе, матурлыҡ салондары, мунса, фитнес-клуб, бассейн һәм башҡаларына ҡағыласаҡ. Шулай уҡ йәмәғәт автотранспортына һәм «Орлан» ҡала яны поезына тик сертификат менән генә инеү мөмкин буласаҡ. Төбәктә шулай уҡ битлек режимын үтәүгә һәм социаль дистанция һаҡлауға контроль көсәйтелде.
Бынан тыш, республикала йәшәүселәргә 2 миюлгә тиклем халыҡ күпләп йыйылған урындар, парктар, скверҙар һәм аллеяларҙа йөрөүҙән тыйылып торорға кәңәш ителде. Ваҡытында вакцинация үтеү оло бәләнән аралаған булыр ине, ти баш ҡалала йәшәүсе Алексей Иванов. Организмында антиматдәләр булһа ла, ир яҡын арала укол ҡаҙатасағын белдерҙе.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, коронавирусҡа ҡаршы прививканы поликлиникаларҙа һәм сауҙа үҙәктәрендәге мобиль пункттарҙа яһатырға мөмкин. Республикала бөтәһе 178 вакцинация пункты эшләй.
Әлфинә Килдейәрова




