Торлаҡ һәм төҙөлөш өлкәһендә дәүләт күҙәтеүе инспекцияһы асыҡлаған етешһеҙлектәр бөтөрөлгәндән һуң Дим биҫтәһендәге яңы мәктәпкәсә учреждение кескәйҙәрҙе ҡабул итә. Был хаҡта тулыраҡ БЮТ каналы хәбәрсеһе Рафиҡ Әхмәтшин әҙерләгән яҙмала.
252-се балалар баҡсаһы тәрбиләнеүселдәрен ҡабул итә. Тәүге төркөм мәктәпкәсә учреждениела икенсе аҙна шөғөлләнә. Балалар бөгөн тәүге тапҡыр тулы көнгә ҡалдырылған.
«Аҡыллы» балалар баҡсаһы «Демография» милли проекты сиктәрендә төҙөлгән. Башҡа мәктәпкәсә учреждениеларҙан төп айырмаһы тәрбиә һанлы технологиялар нигеҙендә алып барылыуға бәйле.
Балалар баҡсаһының ашханаһы ла заман талаптары буйынса төҙөлгән. Бында кескәйҙәрҙе туҡландырыуға етди иғтибар бүленә.
«Аҡыллы» балалар баҡсаһында төҙөлөш 2020 йылдың майында уҡ тамамланғайны. Әммә техник асылыштан һуң, күҙәтеү органдары етешһеҙлектәргә юлыҡты. Подрядсы ойошмаға уларҙы бөтөрөү бурысы ҡуйылды. Республиканың капиталь төҙөлөш идаралығы хеҙмәткәрҙәре билдәләүенсә, әле бинаны файҙаланыуға өсөн кәртә юҡ.
Проект буйынса 252 се балалар баҡсаһы Башҡортостандағы иң ҙур мәктәпкәсә белем биреү учреждение. Ул 260 балаға иҫәпләнгән. Әлегә төркөмдәрҙә исемлектәр тулыһынса әҙер. Ата-әсәләр тейешле документтарҙы туплап, кескәйҙәр медицина тикшереүҙәре үтеү менән баҡса тулы ҡеүәтенә эш башлаясаҡ.
Рафиҡ Әхмәтшин




