Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров кеше хоҡуҡтары буйынса Совет ултырышын үткәреп, ойошма ағзаларының халыҡ араһында аңлатыу эштәре алып барыу мөһимлеген билдәләне. Был айырыуса коронавирусҡа һәм пандемияға бәйле ҡабул ителгән сикләүҙәр менән бәйле.
Төбәк етәксеһе әйтеүенсә, сирлеләрҙең кинәт артыуы һәм ҡатмарлы эпидемиологик хәлде күҙ уңында тотоп илдең тиҫтәнән ашыу субъектында мотлаҡ вакцинация процедураһы индерелгән. Башҡортостанда ла хәлдең киҫкенләшеүенә юл ҡуймау өсөн коллектив иммунитет булдырыуҙы тиҙләтергә кәрәк.
Кеше хоҡуҡтары буйынса Совет ағзалары билдәләүенсә, үткән осорҙа республика башлығының 50-нән ашыу йөкләмәһе үтәлгән. Атап үткәндә, медицина хеҙмәткәрҙәренә хоҡуҡи ярҙам күрһәтеү, емемдәрҙе торлаҡлы итеү, эшҡыуарҙарҙың хоҡуҡтарын һәм инвалидтарҙы яҡлау, халыҡтың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә проблемаларын хәл итеү һәм башҡалар.
Совет ағзалары шулай уҡ Рәсәй Конституцияһына төҙәтмәләр индереү буйынса тауыш биреү барышын да даими контролдә тотҡан. Радий Хәбиров профессиональ хеҙмәт өсөн рәхмәт белдереп, быйыл сентябрҙә үтәсәк һайлауҙарҙарға ла яуаплы ҡарарға саҡырҙы.
Рәмзиә Кәримова






