Тәүге ярты йыллыҡта «Башҡортостан сода компанияһы»ның таҙа килеме 7 миллиард 800 миллион һумға еткән

Уҙған йыл менән сағыштырғанда, был күрһәткес 35 процентҡа күберәк. Предприятиеның оҙайлы үҫеш программаһы ла төҙөлгән, уға ярашлы производствоны яңыртыу, экологияны яҡшыртыу, Стәрлетамаҡ ҡалаһын социаль йүнәлештә үҫтереү планлаштырыла. БЮТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.

Башҡортостан «Сода» компанияһында ҡоролмаларҙы яңыртыу эше компрессор цехынан башлана. Углекислый газды ҡыҫыу буйынса тәүге агрегат февралдә ҡуйылһа, ҡалған икәүһен алдағы айҙарҙа сафҡа индереү күҙаллана. Яңы ҡулайламаның етештереүсәнлеге минутына биш йөҙ кубометр тәкшил итә. Ул өҙлөкһөҙ рәүештә кальцийлаштырылған сода сығарыу мөмкинлеге бирә.

Компанияның «Эколь» бүлендек предприятиеһында ла тәүлек әйләнәһенә эш ҡайнай. «Луч» һәм «Зифа» кер онтаҡтары йәнә сауҙа кәштәләрендә. Етештерелгән продукцияны Башҡортостан баҙарынан тыш, илдең башҡа төбәктәренә, Ҡаҙағстанға ла оҙатыу ҡаралған.

Консервацияла булған произволство республика башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса тергеҙелгән. Инвестициялар күләме 275 миллион һум тәшкил итә. 125 яңы эш урыны булдырыла. Синтетик йыйыу сараларын етештерә башлау – сода компанияһының үҫеш нөктәләренең береһе генә.

Шахтауҙың сеймалы кәмендә 2027 йылға тиклем етәсәк. Бер үк ваҡытта предприятие альтернатив ятҡылыҡтарҙың килтерелгән материалдарҙы тикшереү, һынау менән мәшғүл. Шул уҡ ваҡытта экологияға ла төп иғтибар йүнәлтелә. Ҡалдыҡһыҙ производство алып барыу маҡсаты менән яңы цех төҙөлгән. Августа яғыулыҡ брикеттары етештерелә башлаясаҡ. Стәрлетамаҡ янындағы аҡ диңгеҙҙәрҙе, йәғни шлам соҡорҙарын өлөшләтә рекультивациялау ҙа ҡаралған. Алдағы ун йылда биләмә йәшелләндерелә.

2030 йылға тиклем «Башҡортостан сода компанияһы» производствоны заманса шарттарға яраҡлаштырыу һәм яңыларын булдырыуға өс йөҙ миллиарлд һумдан ашыу аҡса йүнәлтәсәк. Сеймал базаһын нығытыу, экологик мәсьәләрҙе хәл итеү бурысы ла ҡуйылған. Ошо маҡсатта оҙайлы үҫеш программаһы төҙөлгән.

Эдуард Давыдов, «Башҡортостан сода компанияһы» генераль директоры

Алдағы ун йылда дүрт яңы производство булдырыу, тәрән модернизация, инновация эштәре ҡаралған. Шулай уҡ Стәрлетамаҡ ҡалаһының инфраструктураһын үҫтерергә, социаль һорауҙарын хәл итергә йыйынабыҙ. Ольховка йылғаһы янында яңы микрорайон төҙөлөшө лә планлаштырыла.

Ғинуарҙан предприятие хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы яҡынса ун ике процентҡа индексациялана, шул уҡ ваҡытта яңы социаль программалар төҙөлә. Йәш кадрҙар юғары белем алыу, торлаҡ шарттарын яҡшыртыуҙа матди ярҙам аласаҡ. Белгестәр ҙә яңы идара итеү алымдарын юғары баһалай.

Уҙған ярты йыллыҡта Башҡортостан сода компанияһы 28 миллиард һум аҡса эшләгән, сумманың дүрттән бер өлөшө – таҙа килем. Компания төп үҫеш нөктәләре билдәләгән. Декабрь аҙағына тиклем финанс күрһәткестәр тағы яҡшыраҡ булыр тип көтөлә.

Фото №1 - Тәүге ярты йыллыҡта «Башҡортостан сода компанияһы»ның таҙа килеме 7 миллиард 800 миллион һумға еткән

Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ