“Ирәндек” тарихи-археологик ландшафт музей-ҡурсаулығында ҡаҙыу эштәре ойошторола. Белгестәр бронза дәүеренә ҡараған боронғо ҡаласыҡты тикшерә. Был археологик ҡомартҡы осраҡлы һайланмаған. Уны асыҡлауҙа яңы алым – цифрлы технология ҡулланылған. Башҡортостан Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса фәнни-етештереү үҙәк етәксеһе Данир Ғәйнуллин һөйләй.






