Башҡортостан Юғары суды 55 йәшлек ханымға хөкөм ҡарарын раҫланы. Республика Прокуратураһынан белдереүҙәренсә, туристик фирма етәксеһе 170 кешегә сит илдәргә путевка һатҡан. Әммә аҡсаны үҙ мәнфәғәтендә тотонған. Ғәйепле ханым биш йылға иркенән мәхрүм ителде һәм урлаған аҡсаһын кире ҡайтарырға тейеш.






