Өфө сит ил ҡунаҡтарын ҡаршыларға әҙерләнә

Фото №1 - Өфө сит ил ҡунаҡтарын ҡаршыларға әҙерләнә

3 июлдә баш ҡаланың “Өфө-Арена” боҙ һарайында Бөтә донъя фольклориадаһын асыу тантанаһы була.  Ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, унда 800-ҙән ашыу артист ҡатнаша. Традиция буйынса, ҡабул итеүсе яҡ сағыу тамаша – ил һәм халыҡ йолаларын сағылдырған үҙенсәлекле шоу күрһәтә.  Сәхнәлә Рәсәйҙең халыҡ артисы Надежда Бабкина һәм “Рус йыры” ансамбле, Башҡортостандың халыҡ артисы Асҡар Абдразаҡов, шулай уҡ республиканың үҙешмәкәр коллективтары сығыш яһай. Тамашасылар фестивалде асыу барышын тура эфирҙа ҡарай ала. “Тулҡын”, “1-се Май” һәм Дим районы ял паркында ҙур экрандар ҡуйыу ҡарала. Фольклориада 10 июлдә “Торатау” конгресс-холында тамамлана. Халыҡ-ара фестивалде йомғаҡлау сараһында 500-ҙ самаһы артист, шул иҫәптән Пятницкий хоры, “The No Smoking Orchestra” төркөмө һәм Эмир Кустурица ла ҡатнаша.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ