Уның күләме 50 миллиард һумдан 100 миллиардҡа барып етә. Республика Хөкүмәте “БСК” һәм “ВЭБ Инжиниринг” предприятиелары ойошторған стратегик сессияла ҡатнашты. Унда сода компанияһының үҫеш юлдары билдәләнде. Предприятиены модернизациялау планлаштырыла, ул экологик көсөргәнешлекте кәметеүгә йүнәтелгән. “Башҡортостан Хөкүмәте ярҙам күрһәтергә әҙер. Беҙ ниндәйҙер ваҡытҡа дивидендтарҙан да баш тартып тора алабыҙ. Был иһә компанияға табышты экологик һәм социаль проблемаларҙы хәл итеүгә йүнәлтергә мөмкинек бирергә тейеш”, - тине Хөкүмәт рәйесе Андрей Назаров. Модернизациялауҙың партнеры итеп “ВЭБ Инжиниринг” компанияһы билдәләнгән.
Рәсәй Президенты указы менән, БСК предприятиеһының 38 проценттан ашыу акциялары республика милкенә күсерелде.




