Яҡтар хеҙмәттәшлекте үҫтереү мөмкинлектәре, кесе һәм урта бизнесҡа ярҙам сараларын камиллаштырыу мәсьәләләре буйынса фекер алышты.
Радий Хәбиров билдәләүенсә, республикала эшҡыуарлыҡ өлкәһенә етди иғтибар бирелә, бигерәк тә бизнесҡа административ йөкләмәне кәметеү йәһәтенән. Һуңғы йылдың ҡатмарлы булыуына ҡарамаҫтан төбәктә эшҡыуарлыҡ субъекттары 3 меңдән ашыуға күбәйгән.
Был юҫыҡта бизнес менән туранан-тура бәйләнештә тороу һәм килеп тыуған мәсьәләләрҙе оператив хәл итеү мөһим роль уйнай. «Бизнес өсөн» һанлы платформаның эш форматы был бурыстарҙы уңышлы хәл итергә мөмкинлек бирә, тине Башҡортостан башлығы.
Илдар Байбулатов




