Самокаттар менән идара итеү ҡағиҙәләре, төнгө тынлыҡты боҙған өсөн яуаплылыҡ

Бөгөн Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың яҙғы сессиялағы һуңғы пленар ултырышында 50-ләп мәсьәлә ҡаралды. Уларҙың төп өлөшө республика закон проекттарын тикшереүгә бәйле. Шулай уҡ традиция буйынса министрлыҡ-ведомстволарҙың отчет сығыштары ла тыңлана.

Был юлы Федераль яза башҡарыу хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы отчет доклады менән сығыш яһаны. Төп темалар хаҡында БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Өфө урамдарын хәҙер самокаттарҙан башҡа күҙ алдына ла килтереп булмай, улар йәйәүлеләр йөрөгән һуҡмаҡтар буйлап та, автомобиль юлдарынан да елдерә. Тап ошо тәртипһеҙлек бәлә-ҡазаға килтерә лә инде. Самокаттар арҡаһында авариялар теркәлә, кешеләрҙең сәләмәтлегенә зыян килә. Шуға күрә лә заманса транспорт сараһы менән идара итеү үҙенсәлектәренең депутаттар ҡарамағына сығарылыуы осраҡлы түгел. Һүҙ самокаттарҙы ҡулланыуҙы бөтөнләй тыйыу хаҡында бармай. Бары аныҡ ҡағиҙәләр билдәләү ҡарала.

Парламент ултырышында ҡаралған төп ҡануни документ иһә Башҡортостан Конституцияһына үҙгәрештәр һәм өҫтәмәләр индереү менән бәйле. Яңыртылған вариантта ата-бабалар тарихын, быуындар күсәгилешлеген, ғаилә ҡиммәтәрен һаҡлау менән бәйле мөһим пункттар урын алған. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының, йәмәғәт ойошмаларының телде, милли-мәҙәни хазиналарҙы һаҡлау, үҫтереү бйынса тәҡдимдәре иҫәпкә алынған. Үҙгәрештәргә ярашлы Республика милли мираҫ дәүләт рееестры булдырыу ҙа ҡаралған.

Парламент ултырышында Федераль яза башҡарыу хеҙмәтенең эшмәкәрлеге лә ҡаралды. Владислав Дзюба белдереүенсә, колонияларға эләгеүселәр иҫәбе кәмей. Былтырғы менән сағыштырғанда 400, 2019 йылға ҡарағанда 1 мең 600 кешегә әҙерәк. Шуға ҡарамаҫтан яңы изоляторға ихтыяж ҙур. Киләсәктә Иглин районында 500 урынға иҫәпләнгән объект төҙөү күҙаллана. Башҡортостан буйынса федераль яза башҡарыу идаралығына бөтәһе 18 холоҡ төҙәтеү учреждениеһы ҡарай.

Башҡа закон проекттарына килгәндә, депутаттар бөгөн 50-ләп ҡануни документ ҡараны. Улар араһында төнгө тынлыҡты боҙоу тураһындағын билдәләргә мөмкин. Әле төндә шауларға яратыусылар буйынса ялыуҙарҙы хакимиәт комиссиялары ҡарай. Яңы ҡануни документ буйынса, уларҙы мирауай судьяларға тапшырыу тәҡдим ителә.

Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың бөгөнгө 35-се ултырышы яҙғы сессияла һуңғыһы. Был миҙгелдә депутаттар 100-гә яҡын закон проектын ҡараған, уларҙың яртыһы тиерлек ҡабул ителгән. Дәүләт Думаһына ҡануни башланғыстар менән сыҡҡан. Әле көҙгө сессияға тиклем Парламент ултырыштары тамамланһа ла депутаттар эшмәкәрлеген туҡтатмай, йәмәғәтселек менән осрашыуҙары дауам итә. Шуға күрә халыҡ һайланыусыларына вакцинациялау күрһәткесен арттырыу бурысы ҡуйылды.

Фото №1 - Самокаттар менән идара итеү ҡағиҙәләре, төнгө тынлыҡты боҙған өсөн яуаплылыҡ

Рәмзиә Кәримова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ