Күләмле сара һуңғы тапҡыр республикала 1969 йылда ойошторолған. Сессияла ҡатнашыусылар уҙған быуат ғалимдарының фәнни эштәренә заманса күҙлектән бағып, яңылыҡтар индерҙе. Ғалимдар, илдең төрлө төбәк вәкилдәре пленар өлөштән һуң биш секцияға бүленеп дауам итте.
Башҡорт халҡының этногенезы, этномәҙәниәте, тел ғилеме, фольклор һәм әҙәбиәтенә ҡағылышлы докладтар уҡылды. Ырыуҙар бәйләнеше, халыҡтар араһындағы уртаҡлыҡ, төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының этник оҡшашлығына бәйле һорауҙар күтәрелде. Урал-Волга буйы һәм Себерҙә
йәшәгән төрки халыҡтарҙың энтик үҙенсәлегенә бәйле фәнни сығыштар сарала ҡатнашыусыларҙа айырыуса ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.
Азат Ғәлиуллин




