Баймаҡ районы Таһир ауылы янындағы Атҡарағай тауына ағинәйҙәр йыйылды

Осрашыуҙың маҡсаты урындағы ер-һыу атамалары менән таныштырыу, уның тарихын йәш быуынға еткереү.

Мәҙәниәтебеҙҙә халыҡ йырҙары айырым урын тора. Уларҙың килеп сығыу тарихы, күп осраҡта, ысынбарлыҡҡа барып тоташа. Ҡайһы бер йырҙарҙың легендаһы бер нисә вариатта йөрөй, һүҙҙәре лә үҙгәреп китә. “Ғилмияза” башҡорт халыҡ йыры Баймаҡ районы Таһир ауылына бәйле. Тарихты тергеҙеү ниәте менән урындағы ағинәйҙәр ҙур йыйын ойоштора.

Ғилмияза йырында тап ошо ерлектә тыуып үҫкән ҡыҙҙың әсе яҙмышы сағыла. Ауылдың әүҙем ғаиләләренең береһе Радмир менән Райхана Булатовтар был юҫыҡта эҙләнеү эше алып бара. Тикшереү һөҙөмтәһендә, Булатовтар менән Ғилмияза бер быуын сылбырына ҡарағандары асыҡлана.

Урындарҙа ағинәйҙәр ойошмаһының эшмәкәрлеге тәрбиәүи әһәмиәткә эйә. Тап улар йәш быуынға мәҙәниәтебеҙҙең, тарихыбыҙҙың нескәлектәрен еткерә. Шуға ла был осрашыу бик әһәмиәтле булды, тигән фекерҙә сарала ҡатнашыусылар.

Осрашыу барышында Таһир ауылынан 19 оло быуын вәкиленә “Һуғыш балалары” танытмаһы тапшырылды. Улар араһында ағалы-ҡустылы Сәфиулла менән Фәрит Яҫыбаевтар ҙа бар.

Оло быуын – ағинәйҙәр ҙә, ҡәһәрле һуғыш осоро балалары ла күңелдәрендә тыуған яғыбыҙға бәйле һәр осор хәтирәләрен һаҡлай. Уларҙың иҫтәлектәрен мәңгеләштереп ҡалыу, киләһе быуынға еткереү – беҙҙең бурыстарыбыҙҙың береһе.

Фото №1 - Баймаҡ районы Таһир ауылы янындағы Атҡарағай тауына ағинәйҙәр йыйылды

Әлфиә Хәмитова

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ