Был хаҡта Өфөлә уҙған Бөтә Рәсәй юридик форумында белдерелде. Тотош ил кимәлендәге билдәле эксперттар ҡатнашҡан сарала һүҙ яңы эш алымдары, үҫеш стратегияһы хаҡында бара.
Форумда Республика башлығы белдереүенсә, әлеге ваҡытта һанлаштырыу бөтә тармаҡтарҙа ла ҡулланыла. Башҡортостан был йүнәлештәге эшмәкәрлекте күптән башлаған. Мәҫәлән, «Инцидент-менеджмент» системаһы, ул үҙенең һөҙөмтәлелеген иҫбатлаған да инде. Йәки ер мөнсәбәттәре менән бәйле һорауҙарҙы онлайн форматҡа күсереү.
Былтыр электрон хеҙмәттәр аша ер участкаһы алыуға ни бары 80 ғариза ҡабул ителһә, быйыл тәүге ярты йыллыҡта күрһәткес 8 меңгә еткән. Был процедураларҙың еңелләштерелеүе менән бәйле. Ғөмүмән, һанлы система-беҙҙең киләсәк, тине Радий Хәбиров.
Бөтә Рәсәй юридик форумы күптән түгел генә файҙаланыуға тапшырылған Республика менән идара итеү үҙәгендә уҙҙы. Был осраҡлы түгел. Яңы бина һанлаштырыу форматына күсеүҙең асыҡ сағылышы. Бында Башҡортостандың социаль-иҡтисади торошо хаҡындағы бар мәғлүмәттәр туплана. Ҡунаҡтар заманса үҙәктең эшен юғары баһаланы.
Ә юридик тармаҡҡа килгәндә, әле һанлы технологиялар әүҙем индерелә. Мәҫәлән, судҡа ғаризаларҙы электрон рәүештә ебәрергә йәки мәғлүмәттәрҙе телефон аша яҙҙырырға мөмкин.
Рәмзиә Кәримова





