Предприятиеларға субсидиялар ҡорамалдарҙы яңыртыу, сеймал, материалдар һатып алыуға йүнәлтелә. Былтыр Өфөләге теген цехы ла программала ҡатнашып, матди-техник базаһын нығытҡан. Мәктәп формаһын етештереү менән шөғөлләнгән ойошма хаҡында БЮТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.
Блузка, юбка, костюмдар. Теген цехында ҡыҙыу осор - яңы уҡыу йылына башланғыс синыфтар өсөн мәктәп формалары тегелә. Бактерияларға ҡаршы эшкәртеү үткән туҡымалар һайлап алынған. Әлиә Берест билдәләүенсә, быйыл уҡыусылар өсөн зауыҡлы костюмдар әҙерләнә. Яңы моделдәр сыҡҡан.
Өфөләге цехта 2013 йылдан алып мәктәп формалары тегелә. Ул ваҡытта предприятиела ун ике генә машина булһа, хәҙер һикһәндән ашыу. ҡорамалдар тулыһынса дәүләт ярҙамы буйынса яңыртылған.Матди-техник базаның нығыныуы производство ҡеүәтен арттырырға ярҙам иткән, быйыл ун һигеҙ меңдән ашыу уҡыусыға костюм тегелә
Утыҙ тегенсе алдында өр-яңы техника. Иҫке машиналар менән сағыштырғанда, улар тауышһыҙ эшләй. Энергияны аҙ сарыф итә. Тегеү тиҙлеген дә көйләргә мөмкин. Шул уҡ ваҡытта предприятиеға сигеү, үтекләү ҡорамалдары, автоматлаштырылған шаблон аппараты ла һатып алынған.
Цех етәксеһе Зөлфирә Ғәзизова билдәләүенсә, дәүләт ярҙамынан тыш уңышҡа өлгәшеп булмаҫ ине. Ҡорамалдарҙы яңыртыуға киткән сығымдарҙың ҡырҡ проценты республика тарафынан субсидияланған.
Республика етәксеһе ҡушыуы буйынса, 2024 йылға тиклем төбәктә еңел cәнәғәтте үҫтереү саралары буйынса комплекслы план төҙөлгән. Былтыр ғына предприятиеларға сеймал һатып алыу, ҡорамалдарҙы яңыртыуға дөйөм алғанда 160 миллион һумлыҡ ярҙам күрһәтелгән.
Субсидиялар күләме быйыл тағы ла күберәк буласаҡ. Туҡыу, теген производстволарын үҫтереүгә төп баҫым яһала. Күн изделиеларын етештереүселәр ҙә иғтибар үҙәгендә.
Өфөләге теген цехы республика ярҙамы менән ҡорамалдарҙы яңыртҡас та, яңы бинаға күсә. Хәҙер 1300 квадрат метр майҙанда эш процессы ҡайнай. Быйыл ике тиҫтәнән ашыу муниципалитет белем усаҡтарын мәктәп формаһы менән тәьмин итеүгә килешеүҙәр төҙөлгән.
Цехта ҡатын-ҡыҙҙар өсөн дә кейемдәр тегелә. Етештерелгән продукция ҙур интернет-майҙансыҡтарға һатыуға сығарыла. Производство яңыртылыуға ҡарамаҫтан, проблемалар ҙа юҡ түгел. Тегенселәр етмәй. Шуға ойошма етәкселеге эш процессын өлөшләтә автоматлаштырыу яҡлы. Ошо маҡсатта заманса технология алымдары өйрәнелә.
Шул уҡ ваҡытта предприятиела теген машиналарын ремонтлау буйынса сервис үҙәк тә асыу планлаштырыла. Быйыл килемде йөҙ миллион һумға еткереү ҙә төп маҡсаттарҙың береһе.
Гөлназ Хәйбуллина




