Республикала бөгөн һауа торошо боҙолдо

Ауырғазы һәм Яңауыл райондарында көслө дауыл теркәлһә, Нуриманда боҙборсаҡ яуған. Тәбиғәт ғәрәсәте бигерәк тә төбәктең Яңы күл ауылы халҡына зыян килтергән. Бер-нисә йорттоң ҡыйығы аҡтарылыуы, электр сымдарының сафтан сығыуы билдәле.

Әлеге сәғәткә тергеҙеү эштәре тамамланыу алдында. Ауыл халҡының баҡсала үҫтергән йәшелсә, емеш-еләктәре юҡҡа сыҡҡан. Бәхеткә, ҡазаланыусылар теркәлмәгән.

Төштән һуң 112 хеҙмәтенә тәбиғәт ғәрәсәте тураһында республика райондарынан күп һанлы шылтыратыуҙар ҡабул ителгән. Бигерәк тә Башҡортостандың үҙәк һәм төньяҡ-көнбайыш өлөшөндә йәшәүселәр юғалтыуҙар кисергән.

Белгестәр тотороҡһоҙ һауа шарттарына бәйле, халыҡты уяу булырға, хәүефһеҙлек сараларын теүәл үтәргә саҡыра. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, иртәгә лә республиканың айырым төбәктәрендә йәшенле ямғыр, боҙборсаҡ, яуыуы, көслө ел сығыуы көтөлә.

Фото №1 - Республикала бөгөн һауа торошо боҙолдо

Азат Ғәлиуллин

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ