“Хоҡуҡты һанлы форматҡа күсереү. Үҫештең яңы стратегияһы”.

Фото №1 - “Хоҡуҡты һанлы форматҡа күсереү. Үҫештең яңы стратегияһы”.

Бөгөн Өфөлә ошондай атамалы Бөтә Рәсәй форумы булды. Сара Республика менән идара итеү үҙәгенең яңы бинаһында ойошторолдо. Һанлы форматҡа күсеү мода ғына түгел. Бөгөн беҙ бөтә эшмәкәрлекте цифрлы итеүгә иғтибар бирәбеҙ. Был эште иртәрәк башланыҡ. Һәм тап ул беҙгә коронавирус пандемияһы осоронда ярҙам итте. Һанлы форматҡа күсеү кешеләр тормошон яҡшы яҡҡа үҙгәртергә, уларҙы административ кәртәләрҙән араларға тейеш”, - тине республика етәксеһе Радий Хәбиров. Башҡортостанда ер менән бәйле мәсьәләләр шулай уҡ һанлы форматҡа күсерелә. Былтыр граждандар ер проблемаһын хәл итеү маҡсатында электрон хеҙмәттәр аша 80 ғариза тапшырған. Быйыл был һан 8 меңгә еткән. Бөгөн беҙҙең республикала ер менән бәйле 18 төр хеҙмәтте һанлы форматта  алырға була.

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ