Баш ҡаланың Граждандарҙы яҡлау идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, Карьер күлендә 12, 15 йәшлек үҫмерҙәр һәм 45 йәшлек иргә ҡотҡарыусылар ваҡытында килеп өлгөргән. Йылы күлендә 11 йәшлек ҡыҙ бала бата яҙған. Пляжда һаҡта булған ҡотҡарыусылар үҫмергә ярҙам күрһәткән. Республикала йыл башынан 50 кеше һыу ҡорбаны булған.






