Республика Башлығы Радий Хәбиров ойошма етәксеһе Элина Сидоренко менән осрашты. Килешеү бизнесҡа административ баҫымды кәметеү, эшҡыуарҙар хоҡуҡтарын яҡлауға йүнәлтелгән. Коронавирус пандемияһына ҡарамаҫтан, республикала эшҡыуарҙар һаны 3 меңгә артҡан. Башҡортостанда “Бизнес өсөн” тигән һанлы платформа эшләй. Ул власть һәм эшҡыуарҙар араһында хеҙмәттәшлекте яйға һалыу өсөн булдырылған.




