Премьер-министр Андрей Назаров тейешле ҡарарға ҡул ҡуйҙы. Субсидия сертификаттар өсөн бирелә. Ул Өфө, Стәрлетамаҡ һәм Нефтекама ҡалаларындағы шәхси балалар баҡсалары өсөн тәғәйенләнә. Ата-әсәләр сертификат ярҙамында балаларын шәхси баҡсаға бушлай йөрөтә ала.




