Районда машина йөрөткән ҡатын-ҡыҙҙар ярышты. Унда ете ауылдан гүзәл заттар ҡатнашты. Конкурсты ойоштороусы, район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге белгесе Филүсә Әминева.
Автоханымдар үҙҙәре менән таныштырҙы, машинала ҡаршылыҡтар аша үтеү, гаражҡа инеүҙә оҫталыҡтарын күрһәтте, шулай уҡ юл хәрәкәте ҡағиҙәләре буйынса һорауҙарға яуап бирҙе. Конкурста ҡатнашыусы Айгөл Мирасова.






