1 июлдән транспорт сараларының ҡағыҙ паспорттары бирелеүе туҡтатыласаҡ

2018 йылдың 1 июленән транспорт сараларының ҡағыҙ паспорттары бирелеүе туҡтатыласаҡ. Уларҙы электрон варианттары алыштырасаҡ.

Фото №1 - 1 июлдән транспорт сараларының ҡағыҙ паспорттары бирелеүе туҡтатыласаҡ

Рәсәйҙә әлеге мәлдә электрон паспорттарға күсеү осоро бара. Тест режимында барған проект йылдың икенсе ярты йыллығында ил кимәлендә тулыһынса индерелеп бөтәсәк.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ҡағыҙ форматында алдан бирелгән транспорт сараһының паспортын электрон вариантына алыштырыу мотлаҡ рәүештә ҡаралмаған. Ҡағыҙлыһын электрон паспортҡа күсертеп алыу йөрөтмәндең үҙ теләгендә ҡала. Алдан бирелгән ҡағыҙ паспорттарҙың йөрөштәге срогы сикләнмәйәсәк.

Электрон паспорттың төп өҫтөнлөгө – уны юғалтып булмауында. Шулай уҡ электрон паспортҡа хужалар һанын индереү сикләнмәгән. Ә ҡағыҙ паспорт транспорт сараһының хужалары алышыныу менән ғәмәлдән сыға.

Транспорт сараһының электрон паспортына хужа кешенең теләге менән машина хаҡында өҫтәмә мәғлүмәт индерелеүе лә ҡаралған.

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ