Уның эшендә Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин ҡатнаша. “Беҙ республикала татыулыҡ һәм дуҫлыҡта йәшәйбеҙ. Был Башҡортостан үҫешенең төп нигеҙе. Конфессия-ара татыулыҡ радикал идеологияға кәртә булып тора. Республика власы, гражданлыҡ институттары һәм дин әһелдәре алдағы көндәрҙә лә бер йүнәлештә эшләренә ышанам”, - тине Александр Сидякин
Семинар ике көн дауам итә. Уның барышында республика имамдары өсөн лекция һәм оҫталыҡ дәрестәре ойошторола.






