Тауыш биреү өс көн бара. Граждандар 17, 18, 19 сентябрҙә фекерен белдерә ала. Башҡортостанда участка һайлау комиссияларына 1 мең 315 камера һәм 230 һайлау бюллетенен комплекслы эшкәртеү ҡоролмаһы ҡуйыу ҡарала. Был турала бөгөн матбуғат конференцияһында Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Илона Макаренко белдерҙе. 2021 йылдың 1 ғинуарына Башҡортостанда 3 миллион 30 мең самаһы һайлаусы иҫәпләнә. Һайлауҙа 3 мең 364 участка комиссияһы эшләй.




