Бөгөн иртән Стәрлетамаҡта көслө янғын сыҡты

Урындағы заводтарҙың береһендә сәнәғәттә ҡулланылыусы шартлатыу матдәләре һаҡланған келәткә ут ҡапты. Шунда уҡ фажиғә урынына Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы көстәре йүнәлтелә. Улар килеүгә ялҡын телдәренең башҡа биналарға ла күсеү ихтималлығы көслө була.

Бәхеткә күрә, махсус хеҙмәттәрҙең берлектәге оператив эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә янғындың артабан таралыуына юл ҡуйылмай. Теманың дауамы БЮТ каналы хәбәрсеһе Илдар Байбулатов әҙерләгән репортажда.

Янғындың ни тиклем көслө булыуын ошо кадрҙарға ҡарап та төҫмөрләргә мөмкин. Ялҡын телдәре «Авангард» заводының дары һаҡланған келәтендә тоҡана. Шунда уҡ ваҡиға урынына Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы көстәре, полиция һәм медицина хеҙмәткәрҙәре юллана. Улар килеүгә тоҡанған ут асыҡ майҙандағы ағас йәшниктәргә лә күсеп өлгөрә.

Янғынға ҡаршы көрәшкә 72 кеше һәм 25 берәмек техника йәлеп ителә. Улар тырышлығы менән асыҡ ут көндөҙгө сәғәт 12-се яртылар тирәһендә һүндерелә. Бәхеткә күрә, зыян күреүселәр теркәлмәй.

Фажиғә урынына Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса Дәүләт комитетының махсус техникаһы ла килгән. Заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылға машина күптән түгел һатып алынған. Уның ярҙамында белгестәр һауалағы зарарлы матдәләрҙең миҡдарын тикшерә.

«Авангард»заводындағы был беренсе ут сығыу осрағы ғына түгел. Былтыр көҙ предприятиела теркәлгән янғында ике кешенең ғүмере өҙөлдө. Әле белгестәр һуңғы фажиғә сәбәптәрен тикшерә.

Фото №1 - Бөгөн иртән Стәрлетамаҡта көслө янғын сыҡты

Илдар Байбулатов

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ