Башҡортостанда экоконкурсҡа старт бирелде

Пластик шешәләрҙе йыйыу буйынса экологик конкурс «Иң яҡшы экопроект» һәм «Иң яҡшы видео» номинацияһы буйынса үткәрелә. Ижади этап буйынса уларҙы йыйыу һәм эшкәртеүгә тапшырыу темаһына видеояҙма төшөрөп социаль селтәргә һалырға кәрәк.

Проект этабы Өфөлә пластик әйберҙәрҙе йыйыуҙы күбәйтеүгә тәҡдим формаһында. Үҙ проектын ҡатнашыусылар жюри алдында яҡларға тейеш. Конкурстың приз фонды 200 мең һум. Эштәр 25 июлгә тиклем ҡабул ителә. Еңеүселәр 20 августа билдәләнә. Тулыраҡ мәғлүмәт экрандағы һылтанма буйынса.

Беҙ пластик шешәләрҙе айырып йыйыу буйынса яңы тәҡдимдәр булыр тип өмөтләнәбеҙ. Киләсәктә уларҙы республикала ғәмәлдә ҡулланырға уйлайбыҙ.

Ринат Фәтҡуллин Башҡортостандың, Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы аналитигы, «Йәшел Башҡортостан» проекты етәксеһе
Фото №1 - Башҡортостанда экоконкурсҡа старт бирелде

Рәмилә Исмәғилева

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ