Баҫыуҙарҙа ҡоротҡостарҙың таралыуы сәбәпле, муниципалитет биләмәһендә Ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелде. Теманың дауамы киләһе материалда.
Баймаҡ районы ҡоротҡостарҙан зыян күрә. Йәй башланыу менән урмандар ебәк күбәләге менән көрәш алып бара. Хәҙер иһә баҫыуҙарға ҡара сиңерткәләр һөжүм итә. Ҡоротҡостар, башлыса, Темәс һәм Билал ауыл биләмәләрендә күпләп таралған. Фермер Илнур Биктимеров сәсеүлектәрен сиңерткәләр көндән көн юҡ итә.
Ҡара сиңерткәләр иртәнге һәм киске ваҡытта әүҙемләшә. Көндәрҙең эҫе тороуо ҡоротҡостарҙың үрсеүенә булышдыҡ иә. Әле районда ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелде, баҫыуҙарҙы эшкәртеү бара.
Бер нисә йыл рәттән көньяҡ-көнсығыш төбәге райондары тәбиғәт һынауҙарына дусар. Быйыл иһә фермерҙар тағы ла баҫыуҙарҙы ҡоротҡостарға ҡаршы эшкәртеү буйынса сығымдар түгә. Шунһыҙ булмай. Сөнки ҡара сиңерткә буласаҡ уңышҡа һәм мал аҙығына ҙур хәүеф менән янай.
Әлфиә Хәмитова




