Өфөлә йыл һайын үтә торған экологик акцияға старт бирелде. Утилләштереү пункты Ағиҙел урамында 28 июнгә тиклем эшләйәсәк.
Өйҙә лә батареяларҙы башҡа ҡалдыҡтар менән бергә түгел, ә айырым йыйып барырға кәрәк, ти экоактивистар. Акцияла ҡатнашыусылар ток сығанағын йыл дауамында йыйып барып бер нисә килограмм килтергән осраҡтары ла бар.
Иң күп батарея тапшырған кешеләр араһында бүләктәр уйнатыу ҙа ҡаралған. Махсус контейнерҙар өсөнсө йыл рәттән ултырта. Беренсе йыл 1 тонна 300 киллограм батарея, үткән йыл 3 тонна хәүефле ҡалдыҡ йыйылған. Быйыл ойоштороусылар тағы ла күберәк электр уты сығанағын дөрөҫ итеп утилләштереүгә ирешергә ниәтләй.
Әлфинә Килдейәрова






