Башҡортостанда бюллетендәрҙе комплекслы иҫәпләү ҡоролмаларын арттырыу ихтыяжы юҡ

Был турала бөгөн Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Илона Макаренко белдерҙе.

Мәғлүм булыуынса, был һорау Кеше хоҡуҡтары буйынса советтың һуңғы ултырышында күтәрелгәйне. Илона Макаренко әйтеүенсә, автоматлаштырылған ҡоролмалар тауыш биреүселәр иҫәбе күп булған һайлау участкаларында ҡуйылған. Улар республикала 230 тирәһе. Яңы комплекстар алыу ҡаралмаған.

Һайлауға әҙерлек барышына килгәндә, Башҡортостанда бөтәһе 3 мең 300-ҙән ашыу һайлау участкаһы эшләйәсәк, уларҙың меңдән ашыуы видеокүҙәтеү ҡоролмалары менән йыһазландырыла. Тауыш биреүселәр иҫәбенә килгәндә, республикала 3 миллиондан ашыу кеше һайлау хоҡуғына эйә.

Фото №1 - Башҡортостанда бюллетендәрҙе комплекслы иҫәпләү ҡоролмаларын арттырыу ихтыяжы юҡ

Рәмилә Исмәғилева

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ